Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2019, 10:45

Һыу объекттары ремонтланасаҡ

Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә 19 муниципалитетта, шул иҫәптән Ҡыйғы, Мәсетле райондарында 29 һыу менән тәьмин итеү объекты ремонтланасаҡ.
Был тораҡ пункттарҙа үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаларынан эсәр һыу сифат талаптарына тап килмәй. 2019-2024 йылдарҙа республикала һыу тәьминәте объекттарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә бөтәһе 4,255 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Шуның 4,16 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 85 миллион һумы республика бюджетынан бүленә.
Читайте нас: