Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2019, 10:38

Аҡҡоштарҙы атҡандар

Силәбе өлкәһенән өс браконьер Салауат районы Лағыр ауылы күлендә аҡҡош парын атып алған.
Браконьерҙар махсус рейд барышында егерь Әсҡәт Кутушкин һәм йәмәғәт эшмәкәре Рияз Зәйнеғәбдинов тарафынан тотолған. Атылған ата һәм инә аҡҡош бөҙрә аҡҡоштар категорияһына ҡарай, яҡынса уларға 6-8 йәш.
–Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”ның һуңғы сығарылышында бөҙрә аҡҡоштар төп исемлектә юҡ, ләкин улар дәүләт һағы аҫтында,- тип һөйләп үтте “Янғантау” геопаркы биологы Полина Полежанкина.
БР һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Фларит Ҡазыханов билдәләүенсә, аҡҡоштарға һунар бер ҡасан да рөхсәт ителмәй.
Ветеринарҙарға экспертизаға килтерелгән инә аҡҡоштоң эсендә ҙур йомортҡа табыла. Тимәк ҡоштар оя ҡороп, бала сығарырға әҙерләнгән булған.
Әлеге осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Трехгорный ҡалаһы браконьерына штраф һалынасаҡ.
Читайте нас: