Эйлестан
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2019, 10:39

Үлемесле авариялар

23 майҙа төнгө сәғәт 3 тирәһендә Мәсетле районында Кропачево-Мәсәғүт-Әшит автоюлының 135-се километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
21 йәшлек Оло Аҡа ауылы егете ВАЗ-2107 автомобиле менән идара итеп ҡаршыға килгән MAN йөк машинаһына бәрелгән. Көслө бәрелештән һуң еңел автомобиль танымаҫлыҡ хәлгә килгән. Уның водителе тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе урында һәләк булған. 20 йәшлек пассажиры Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Был эш буйынса республика ЮХХДИ-һында тикшереү эше бара.
***
Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 19 майҙа иртәнсәк Учалы районында юл-транспорт фажиғәһендә Ҡыйғы районы кешеһе вафат булған.
Белорет-Учалы-Миәс автотрассаһының 119 километрында 25 йәшлек егет ВАЗ-2113 автомобиле менән ағасҡа бәрелгән. Алынған йәрәхәттәрҙән ул фажиғә урынында тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе вафат булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель машина менән идара итә алмау сәбәпле юл ситенә осҡан. Фажиғә буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Читайте нас: