Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2019, 10:39

Тиҙ байыҡҡандар

Малаяҙ ауылында билдәһеҙ кешеләр “Уралсиб” банкоматынан 2 миллионға яҡын аҡса урлаған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, бурҙар банкомат урынлашҡан хәрби комиссариат бинаһына запас ишектән ингән. Шулай уҡ уларҙың береһе көндөҙ уҡ бинаға инеп йәшенеп ҡалған тигән версия ла ҡарала.
Төнөн инструменттар ярҙамында банкомат асылған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, банкоматҡа күптән түгел генә аҡса һалынған булған. Ваҡиға урынында янғын булған, тамбур һөрөм һәм ҡоромло. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Читайте нас: