Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2019, 10:35

“Ҡағыҙ эше” кәмейәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдең мәғариф министры Ольга Васильева менән осрашыуында һүҙ барған мөһим темаларҙың береһе уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе булды.
Ольга Васильева әйтеүенсә, төбәк властары менән берлектә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыуға өлгәшеү йүнәлешендә ҙур эш атҡарыла, 2012 йылғы указдарҙың мотлаҡ үтәлешен тәьмин итеү өсөн һәр төбәк менән айырым һөйләшеүҙәр алып барыла.
Министр шулай уҡ һуңғы йылда мәктәптәрҙәге артыҡ “ҡағыҙ эше”нән ҡотола барыуҙы хәбәр итте. “Уҡытыусылар һәм учреждениелар етәкселәре ошо сәбәпле бик ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Отчеттар кәрәгенсә кәметелде,” — тине ул.
Читайте нас: