Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2019, 10:34

Милли проект: грант алғың килһә, ғариза яҙ

“Мәғариф” милли проектына ярашлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грант алыу мөмкинлегенә эйә.
Ойошмалар конкурс нигеҙендә һайлап алына. Гранттар түбәндәге сараларҙы тормошҡа ашырыуға бирелә:
– Рәсәй мәғарифын сит илдәрҙә үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алымын (сит ил студенттарын йәлеп итеү өсөн йәйге һәм ҡышҡы мәктәптәр, Рәсәй ойошмаларының сит ил филиалдары, вәкиллектәре системаһын) ғәмәлгә индереүгә;
– Рәсәй иҡтисадының экспорт йүнәлешендәге секторҙарын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында партнер илдәрҙең референт төркөмдәре, донъя баҙарының территориаль-тармаҡ сегменттары буйынса белем биреү экспортын үҫтереү программаларын төҙөүгә;
– партнер илдәрҙә дөйөм фәндәрҙе тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән 50 ресурс үҙәген асыуға;
– Рәсәй вуздарында уҡыған сит ил граждандары һанын 2017 йыл менән сағыштырғанда кәмендә икеләтә арттырыуға;
– Рәсәй вуздарын тамамлаған сит ил граждандарының кәмендә биш процентын эш менән тәьмин итеүгә;
– 2024 йылға халыҡ-ара аккредитация үткән биш белем биреү программаһын кәмендә 60 ойошма тарафынан тормошҡа ашырыуға.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ғариза ебәреү шарт.
Читайте нас: