Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2019, 04:51

Яңы клубтар төҙөлә

"Мәҙәни мөхит " милли проекты сиктәрендә быйыл Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөләсәк.
Төҙөлөш проектына ярашлы бер бинала мәҙәнәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, уйын бүлмәләре һәм кафе урынлашасаҡ. Тамашасылар залы заманса тауыш һәм ут техникаһы, мультимедия аппаратураһы менән йыһазландырыласаҡ.
Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусылар фортепиано, халыҡ инструменттары, хореография, һынлы сәнғәт йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә аласаҡ. Мәҙәни-ял үҙәктәрендә кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ.
Шулай уҡ 2020-2022 йылдарҙа ауыл китапханалары ремонтлана, сәнғәт мәктәптәре һәм колледждар өсөн музыка ҡоралдары, йыһаздар һәм кәрәкле ҡоролмалар ҡайтарыла.
Бынан тыш Башҡортостанда төпкөл ауылдар өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) һатып алына, шул иҫәптә 2021 йылда Салауат районына. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты кураторы Эльвира Айытҡолова белдерҙе. Автоклуб һатып алғандан һуң республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәргә ылыҡтырыу кимәле артыр тип күҙаллана.
– Башҡортостанда 2 меңдән ашыу стационар мәҙәни-ял учреждениелары эшләй. Улар республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәр менән 53 процентҡа ғына тәьмин итә. Республиканың 54 районындағы 2500-ҙән ашыу тораҡ пунктта стационар мәҙәни-ял учреждениелары юҡ. Бындай ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн тап күсмә клубтар мәҙәни тормош үҙәге булып тора, – тине Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: