Рәсәй Президенты Владимир Путин Юғары Евразия иҡтисади советы ултырышында ҡатнашты. Сара Евразия иҡтисади союзы ойошторолоуҙың биш йыллығына арналды.
Союз ағзалары булған дәүләттәрҙең (Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй) етәкселәренән тыш, ултырышҡа Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон һәм Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон саҡырылды.
Совет ағзалары биш йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһаны, сауҙа, иҡтисад, сәнәғәт, финанс, социаль сәйәсәт өлкәләрендә үҙ-ара эшмәкәрлекте киңәйтеү йәһәтенән киләсәккә бурыстар билдәләне, берлектәге документтарға ҡул ҡуйҙы.