Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2019, 07:00

Милли проект: Оло Ыҡтамаҡта яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

“100 йыллыҡҡа — яңы 100 объект” республика программаһына ярашлы Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ биҫтәһендә 140 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлә, учреждение барлыҡ заманса стандарттарға яуап бирәсәк.
Төҙөлөш участкаһы начальнигы Артем Давыдов һөйләүенсә, бында алты төркөм өсөн иркен, яҡты бүлмәләр, медпункт, уйын бүлмәләре, спорт һәм музыка менән шөғөлләнеү өсөн залдар буласаҡ, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт менән пандус ҡаралған.
Объекттың заказсыһы — Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Подрядсыһы — Өфө ҡала¬һының “ГлавСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөүселәр баҡсаны көҙ айында сафҡа индерергә күҙаллай. Әйткәндәй, төҙөлөштә башлыса Мәсетле районы егеттәре эшләй.
Район үҙәгендә бөгөн алты балалар баҡ¬саһы уңышлы эшләй, етенсеһе асыла ҡалһа, балалар баҡсаһына сират бөтөнләй кәмейә¬сәк, ти район хакимиәте белгестәре. Әле Көньяҡ биҫтәһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй, йорттар, халыҡ һаны йыл һайын ар¬та ғына. Баҡсаны йәш ғаиләләр генә тү¬гел, ололар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас: