Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2019, 08:59

Владимир Путинға һорауығыҙ булһа...

“Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус тапшырыуы 20 июндә эфирға сығасаҡ.
Тапшырыу “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “НТВ”, “ОТР”, “МИР” телеканалдарында, “Маяҡ”, “Вести FM”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында трансляцияланасаҡ. Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Һорауҙарҙы телефон аша шылтыратып (8–800–200–40–40, сит илдәрҙән – +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40); СМС, ММС-хәбәрҙәр ебәреп бирергә (Рәсәй элемтә операторҙары телефонынан 0–40–40 һандарына); шулай уҡ тапшырыу сайтына (moskva-putinu.ru (москва-путину.рф), йәки махсус мобиль ҡушымтаға (“Москва – Путину”) яҙырға була.
Өҫтәүенә “Бәйләнештә” (vk.com/moskvaputinu), “Класташтар” (ok.ru/moskvaputinu) социаль селтәрҙәрендә видеоролик төшөрөп һалыу мөмкинлеге бар. Эфир ваҡытында иһә “Москва – Путину” һәм “ОК Live” ҡушымтаһын файҙаланыусылар студия менән тура видеобәйләнешкә инә ала.
Һорауҙар бөгөндән алып 20 июнь тапшырыу тамамланғансы ҡабул ителә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: