Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2019, 08:15

Республикала БДИ-ның тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостанда базалы математика, география һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығы.
7 098 уҡыусы базалы математиканытапшырған. Уларҙың 47,3%, йәғни 3 357-һе «бишле» алған. 798 сығарылыш уҡыусыһы әҙәбиәттән һынау тотҡан, ике уҡыусы имтиханды 100 балға яҙған. 521 кеше географиянан тест һорауҙарына яуап биргән, өсәүһе йөҙ балл алған.
Читайте нас: