Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев дүрт көнлөк эш аҙнаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатты.
– Киләсәктә социаль-хеҙмәт килешеүенең яңы нигеҙен дүрт көнлөк эш аҙнаһы тәшкил итеүе ихтимал, – тине ул.
Былтыр июлдә был турала илдең хеҙмәт һәм социаль үҫеш министры Максим Топилин да әйткәйне. Ул бының сәбәбен роботлаштырыуҙа һәм автоматлаштырыуҙа күргәйне.
Бер йыл элек ул ваҡыттағы вице-премьер Игорь Шувалов та шул хаҡта белдергәйне. Тик ул был яңылыҡтың нормаға һалынмаған эш аҙнаһында мәшғүл кешеләргә ҡағылырын күҙалланы.
Торған һайын күберәк етәкселәрҙең ошо хаҡта телгә алыуы юҡҡа түгелдер. Киләсәктә күберәк ял итә башларбыҙ, ахыры.