Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 08:43

Халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү өсөн – 282 миллион һум

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡтан күсерелә.
Дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡтан күсереү программаһының 2019-2020 йылдар этабын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамын алыуға ғаризаһын хупланы.
«Республикаға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ аҡсаһынан 282,42 миллион һум бүленә. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 63,4 миллион һум өҫтәй. Был аҡса 10 муниципалитет биләмәһендә урынлашҡан дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метрлыҡ 206 авариялы йорттан 666 кешене күсереүгә йүнәлтелә», — тип белдерҙе Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһы раҫланған. Ул мохтаж ғаиләләрҙе 923 фатир менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Ғаиләләрҙе йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереүгә бюджеттан 1,6 миллиард һум бүленә. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған күп фатирлы йорттар индерелгән.
Программала Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл, Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолм, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мишкә, Прогресс, Приют, Глуховской шифаханаһы, Семилетка, Иҫке Балтас, Сурай ауылдары һәм башҡа тораҡ пункттар бар.
Читайте нас: