Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 08:46

Йәш ярымлыҡ баланың ғүмере өҙөлдө...

12 июндә Ҡыйғы районында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе булды. Унда бәләкәй сабыйҙар зыян күрҙе.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Үрге Ҡыйғы ауылында Ибраһимов урамында урынлашҡан “Гермес” магазины янында була был хәл. 27 йәшлек “ГАЗель” йөк машинаһы водителе артҡа сигенгән саҡта күләүектә уйнап ултырған йәш ярымлыҡ ҡыҙ менән өс йәшлек малайҙы тапата.
Һөҙөмтәлә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыҡай йәрәхәттәрҙән дауаханала йән биргән. Малайҙы, табиптар ҡарағандан һуң, өйөнә ҡайтарғандар.
Читайте нас: