Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2019, 08:27

“Һаулыҡ һаҡлау” мили проекты сиктәрендә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

4 июлдә Республика кардиология диспансерының яңы хирургия корпусын төҙөү башлана.
Медицина учреждениеһын реконструкциялауҙың дөйөм хаҡы алты ҡатлы хирургия корпусы төҙөлөшө менән бергә 6 миллиард һумға баһалана.
«Был диагнотикалау үҙәге менән заманса комплекс була. Пациенттар өсөн ике урынлыҡ уңайлы палаталар, заманса медицина ҡорамалдары. Хирургия корпусы төҙөлөп бөткәс, бинаның тәүге өс ҡатын реконструкциялау башлана», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Республика кардиология үҙәгендә уҙған «Һаулыҡ сәғәте» форматындағы күсмә кәңәшмәлә.
Шулай уҡ спорт майҙансығы, яңы заманса конференциялар залы, дауахананың кескәй пациенттары өсөн уйын һәм ял зоналары асыла.
«Объект бик мөһим һәм технологик яҡтан ҡатмарлы, бөтә эштәр билдәләнгән ваҡытта башҡарылырға тейеш. 2021 йылдың йәйендә уның асылыуын көтәбеҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күсмә
Читайте нас: