Рәсәй Президенты Владимир Путин Ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының II форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе. Сара кисә Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында үтте.
Ил етәксеһе ирекмәнлек эшмәкәрлегенең ҙур яуаплылыҡ талап иткәнен, халыҡ тарафынан көтөп алынған булғанын, волонтерҙар ярҙамында меңдәрсә кеше ғүмере ҡотҡарылғанын билдәләне. Әлеге форум йәмғиәт тарафынан хуплап ҡабул ителде, күркәм йолаға әйләнә бара.
“Һеҙ, волонтерҙар, күңел һәм йөрәк ҡушыуы буйынса етди, үтә кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ. Ныҡышмаллығығыҙ, изгелек ҡылырға ынтылыуығыҙ арҡаһында меңдәрсә кеше ғүмере ҡотҡарылған, шул иҫәптән – балаларҙың. Ошондай яуаплы, ҙур ихтыяж менән файҙаланылған хеҙмәтегеҙ оло хөрмәткә, баһаға лайыҡ”, – тиелә телеграммала.
Владимир Путин билдәләгәнсә, Рәсәйҙә эҙләү-ҡотҡарыу эше системалы нигеҙ ала. Ул ирекмәндәр менән хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, бизнес структуралар араһындағы бәйләнеште нығыта, шулай уҡ белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.