Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2019, 08:32

Балалар һаулығы һағында

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм ауырлы ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.
Ошо төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Башҡортостан власы 1 миллиард 700 миллион һум йүнәлтәсәк, был сумманың 300 миллион һум самаһы – федераль бюджеттан. Был программа һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмергә тейеш, тиелә ведомствола.
Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә !Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Читайте нас: