Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2019, 08:34

Балалар ижадын үҫтереү өсөн

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында республикала балалар сәнғәт мәктәптәренә һәм училищеларға музыка ҡоралдары алыу 2020, 2022, 2024 йылдарҙа биш тапҡырға артасаҡ. Ошо осорҙарҙа был маҡсатҡа 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, был – ил төбәктәренә бүленгән иң ҙур федераль субсидияларҙың береһе.
Уҡыу йорттарын йыһазландырыу өсөн һүрәт төшөрөү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте ҡорамалдары ла инә. Мәҫәлән, мольберттар, керамиканы үртәү өсөн мейестәр. Милли проектҡа ярашлы финанслау махсус учреждениеларға ҡыйбатлы ҡорамалдар алыу, һөҙөмтәлә белем биреү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, тине министр.
Башҡортостанда ижади йүнәлешле һигеҙ урта махсус уҡыу йорто, 117 балалар сәнғәт мәктәбе (уларҙа 50 мең самаһы бала шөғөлләнә) бар.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Эште тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 113,5 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.
Читайте нас: