Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2019, 07:20

1 сентябрҙән – яңы статуста

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл 1 сентябрҙән республикабыҙҙың биш дөйөм белем биреү учреждениеһы үҙ хеҙмәтен яңы статуста – “Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре” булараҡ башлай. Был эш "Фән" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
РФА менән Рәсәй Мәғариф министрлығының берлектәге проекты Президент Владимир Путин тарафынан хуплау тапты. Унда илдең 32 субъектынан муниципалитет ҡарамағындағы фәнни һәм белем биреү ҡеүәте ҙур булған 108 мәктәп ҡатнаша.
Улар араһында Башҡортостандан биш мәғариф учреждениеһы бар: Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия, Нефтекаманың 1-се лицейы, Өфөнөң 64-се гимназияһы, 83-сө инженер лицейы, 93-сө физика-математика лицейы.
Проекттың төбәктәге кураторы – республиканың Мәғариф министрлығы. Рәсәй Фәндәр академияһының урындағы база мәктәптәренә РФА-ның Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ярҙам итәсәк.
Читайте нас: