Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь 2019, 07:43

Яҡташыбыҙ – чемпион

Башҡортостандан өс спортсы Татарстанда уҙған милли көрәш буйынса донъя чемпионатынан алтын миҙалдар менән ҡайтты.

Башҡортостандан өс спортсы Татарстанда уҙған милли көрәш буйынса донъя чемпионатынан алтын миҙалдар менән ҡайтты. Шул иҫәптә Ҡыйғы районы егете «Батыр» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Артур Зөлҡәрнәев. Яҡташыбыҙ 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ир-егеттәр араһында еңеү яуланы.
Артур Зарипов 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 17-18 йәшлек егеттәр араһында чемпион булды. Өсөнсө алтын миҙалды Октябрьский ҡалаһынан Ильвар Хисмәтуллин алды. Көрәшсе 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө тип танылды.
Халыҡ-ара ярыштарҙа 42 илдән 200 спортсы араһында туғыҙ комплект миҙал уйнатылды.
Читайте нас: