Уҙған аҙнала дәүләт башлығы Владимир Путин сираттағы тапҡыр Рәсәй халҡы менән “Тура бәйләнеш” уҙғарҙы. Сара 17-се тапҡыр үтте. Ул дүрт сәғәт тә һигеҙ минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә Владимир Владимирович 81 һорауға яуап биреп өлгөрҙө.
Йәмғеһе быйылғы “Тура бәйләнеш”кә миллион ярымдан ашыу һорау килде. Түбәндә – ил башлығының ҡайһы бер яуаптары.
Эш хаҡы, йәшәү кимәле, медицина...
Һорауҙарға килгәндә, улар, аңлашылып тора, йәшәйешебеҙҙең иң мөһим темаларына ҡағылды – эш хаҡы, йәшәү кимәле, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, сүп-сар ре¬фор¬маһы, Ҡораллы Көстәр торошо, ауыл хужа-лығы һәм башҡалар.
Балалар пособиеһына ҡағылышлы һорауға яуап итеп, Владимир Путин, 2020 йылдың 1 ғинуарынан уртаса килеме ике йәшәү минимумына тиң ғаиләләргә 10-11 мең һум түләнәсәк, тип белдерҙе. 1,5 – 3 йәшкә тиклемге сабыйҙары булғандарға ла тиҙҙән ошондай уҡ социаль ярҙам сараһы ҡағыласаҡ.
– Беҙ бындай ярҙамды кескәй бала тәрбиәләгән һәм килемдәре ике йәшәү минимумынан артмаған барлыҡ ғаиләләргә күрһәтергә тейешбеҙ, – тине ил башлығы.
Мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө аҡсаға, йәшәү кимәленә бәйле ине. Президенттан ил халҡы килемдәренең кәмеү сәбәптәре тураһында ла һораны.
– Һуңғы йылдарҙа донъя нефть баҙарында хаҡтың төшөүе иҡтисадҡа кире йоғонто яһаны. Граждандарҙың реаль килемдәре бер нисә йыл буйы түбәнәйгәндән һуң, әле тотороҡлана башланы, – тип билдәләне дәүләт башлығы. – Быйыл майҙа реаль эш хаҡының үҫеш темпы 2,8 процент тәшкил итте, йыл башынан алып 44 миллион кешенең хеҙмәт хаҡы артты.
Владимир Путиндың фекеренсә, йәшәү кимәленә ҡағылған мәсьәләне хәл итеүҙең төп алымы – хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү. Ул шулай уҡ Үҙәк банкка халыҡтың кредит һаҙлығына батыу хәүефенә иғтибарын йүнәлтергә тәҡдим итте.
Эш хаҡына бәйле тағы бер һорау – чиновниктарҙың кимәле. “Ҡасан да булһа чиновниктар, министрҙар һәм етәкселәр ябай граждандарҙыҡы кеүек эш хаҡы аласаҡмы?” тигән SMS-хәбәр ине ул. Владимир Путин дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ни өсөн юғары булыуын ентекләп аңлатты. “Мин ябай хеҙмәткәрҙәрҙең килеме күтәрелеүен теләйем. Әгәр министрҙарҙың эш хаҡын кәметһәк, беҙ квалификациялы кадрҙар таба алмаясаҡбыҙ. Был илдең хәл-торошонда сағылыш табасаҡ. Тәьҫирле ҡарарҙар ҡабул ителмәйәсәк, бөтә пландарҙы тормошҡа ашырыусы булмаясаҡ. Кеше эш һөҙөмтәһе буйынса аҡса ала. Ризамын, айырма иҫ киткес ҙур булырға тейеш түгел”.