Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июнь 2019, 07:35

Уҡытыусылар эш урынын һайлай ала

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Мәғариф министрлығы "Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй.
– Һәр педагогтың программаның федераль йәки төбәк сайтына инеп, күсеп барырға уйлаған мәктәпте һайлау, уны ситтән тороп ҡарау, һайлап алыуҙы үтеү өсөн шарттар исемлеге менән танышыу һәм ғариза биреү мөмкинлеге бар, – тип белдерҙе мәғариф министры Ольга Васильева.
Уның һүҙҙәренсә, программала ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән — ауылдарҙа йәштәргә лә, тәжрибәле уҡытыу¬сыларға шат булырҙар. Кандидат¬тарҙың ғаризаларын Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡарай.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашырыу 2020 йылдан башлана. Унда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (йәки күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү күҙ уңында тотола.
Читайте нас: