Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 07:43

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты: Һикеяҙҙа ФАП асыла

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Ошондай уҡ шатлыҡты яҡын арала Дыуан районы Һикеяҙ ауылы халҡы ла кисерәсәк.
Быға тиклем Һикәяҙ ауылы¬ның фельдшер-акушерлыҡ пункты бер быуат элек, аныҡлап әйткәндә, 1917 йылда төҙөлгән, уңайлыҡтары булмаған бинала урынлашҡан була, шуға күрә былтыр ноябрь айында яңы пункт төҙөләсәге хаҡындағы хәбәрҙе ауыл халҡы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. ФАП Һикеяҙ, күрше ятҡан Семериковка һәм Победа ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Ошоғаса уларға шәфҡәт туташы Инна Теплых тәүге медицина ярҙамы күрһәт¬кән. Әле ул икенсегә бәпес табыу өсөн оҙайлы ялға йыйына.
“Урыныма ҡалырға белгес бар, был йәһәттән проблема булмаясаҡ, – ти Инна Юрьевна. – Иҫке бинала хатта һыу ҙа булманы. Ә бында бөтә шарттар бар, бүлмәләр яҡты. Рәхәт¬ләнеп эшләргә генә ҡала”.
Һикеяҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты 916 кешене, шул иҫәптән 18 йәшкәсә 230 баланы хеҙмәт¬ләндерә, бер йәшкә тиклемге һигеҙ сабыйға айырым патронаж тәғәйенләнгән.
Бинаны монтажлау, ҡороу, электр менән тәьмин итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан аҡса бүленһә, һыу һәм канализация селтәре үткәреү район хакимиәте иҫәбенә башҡарылған.
Заман талаптарына яуап биргән, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған Һикәяҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәр кемгә сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: