Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 07:47

Бәхил булығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт

Оҙаҡ ауырығандан һуң республикабыҙҙа киң билдәле дин әһеле, оҙаҡ йылдар Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй вазифаһын башҡарған Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте.

Оҙаҡ ауырығандан һуң республикабыҙҙа киң билдәле дин әһеле, оҙаҡ йылдар Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй вазифаһын башҡарған Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте.
Ул 1946 йылда Баймаҡ районында динле ғаиләлә донъяға килә. 1971 - 1975 йылдарҙа Бохара мәҙрәсәһендә, унан 1979 йылға тиклем Имам әл-Бохари исемендәге Ислам институтында белем алып, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабанғы барлыҡ ғүмерен республикабыҙға дини йәһәттән хеҙмәткә бағышлай. 1992 йылдан 2019 йылға ҡәҙәр Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй бурысын атҡарҙы.
Читайте нас: