Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 07:49

Һөләймән – йөрәк кеүек...

Күптән түгел Һөләйәмән ауылына төшкән ерҙә арт-объект асылды.

Күптән түгел Һөләйәмән ауылына төшкән ерҙә арт-объект асылды.
– Арт-объект булдырыу идеяһы уйыма килгәс, китапханасы Миләүшә Ғариповаға фекеремде еткерҙем. Ул интернеттан эскиздар ҡарап, объектты йөрәк формаһында эшләргә тәҡдим итте. Шәхси эшҡыуар, тимер оҫтаһы Марат Хажиевҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Ул ике көндә йөрәкте әҙерләп тә ҡуйҙы. Шулай уҡ йөрәк янына ауылыбыҙҙың ҡошо булып торған аҡҡоштарҙы өҫтәнек, орнаменттар менән биҙәнек, - тип һөйләп үтте мәҙәниәт йорто етәксеһе Рида Зәйнетдинова.
Конструкцияны урынлаштырыуҙа Марат һәм Марсель Хажиевтар, Илфат Ғөзәйеров, Нур Йомағужин, Илфат Һаҙыев, Адис Хафизов, Венер Ғибәтов, Рөстәм Ғәзизов һәм ауыл старостаһы Фларит Зәйнетдинов әүҙем ҡатнашҡан. Ҡунаҡтар ҡаршылау, ял итеү, туйҙарҙа фотосессиялар ойоштороу өсөн урынлаштырылған арт-объект янына көҙөн миләштәр ултыртыу планлаштырыла.
Читайте нас: