Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 07:48

Сәсәне бар халыҡ йәшәр

Дыуан районы Әбдрәшит ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айгизә Ғайфуллина “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI Республика конкурсында район намыҫын яҡланы.

Дыуан районы Әбдрәшит ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айгизә Ғайфуллина “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI Республика конкурсында район намыҫын яҡланы.
Ишембай ҡалаһының Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатына 50-нән ашыу уҡыусы һәм 30-ҙан ашыу фольклор коллектив йыйылды.
Республика этабы ике турҙа уҙҙы. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр ятлаһа, икенсе турҙа фольклор коллективтар әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштерҙе.
Айгизә беренсе турҙа ҡатнашты, ул эпостың 600-ҙән ашыу юлын ятлаған. Жюри ағзалары уның башҡарыу оҫталығын юғары баһаланы. Һөҙөмтәлә Айгизә “Өмөтлө ҡобайырсы” номинацияһында еңеп сыҡты.
Конкурсҡа ҡыҙҙы уҡытыусыһы З. Низаметдинова әҙерләгән. Ул сараны ойоштороу кимәленең юғарылығын мәҙәни программаның бай булыуын билдәләне. Әйткәндәй, майҙа Айгизә эпостың 476 юлын ятлап район этабында еңеү яулағайны.
Читайте нас: