Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 07:49

Йыйынға йыйылды балалар

Ҡыйғы районы Ибрай ауылында "Балалар йыйыны" үтте.

Ҡыйғы районы Ибрай ауылында "Балалар йыйыны" үтте. Байрам ауыл китапханахының "Телдә – халыҡ күңеле " проекты буйынса ойошторолдо. Сараның маҡсаты – туған телгә, ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү, йолаларҙы тергеҙеү.
Ҙур яланда сәхнә урынлаштырып, тирмә ҡоролдо, аш- һыу әҙерләнде. Йыйынды район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов асты.
Балалар араһында "Шәжәрә – тарих сығанағы", "Сәсән һүҙе нур сәсә" һәм "Илемде данлар ҡурай" конкурстары ойошторолдо. Сараға барыһы ла яҡшы әҙерләнгән. Шәжәрә конкурсында – Илсур Низамов, сәсәндәр һәм ҡурайсылар бәйгеһендә Мөхәмәт Иҙиәтуллин һәм Ғазинур Ғафаров еңеү яуланы. Улар аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Йыйын ҙур байрамға әүерелде. Балаларҙың сараға милли кейемдәрҙә килеүе уларҙың милләтебеҙҙең тарихы, йолалары менән ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй.
Байрамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән, балаларҙы әҙерләп килтергән коллегаларыма ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Л. Мөхәмәтйәнова, Ибрай ауылы китапханасыһы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: