Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2019, 07:53

Уңышлы экспорт нигеҙе - сифат

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Милли проект үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”. Уларҙың ошо уҡ атамалағы төбәк проекттары тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сираттағы кәңәшмәлә белдереүенсә, йыйылған ашлыҡтың сифатлы һаҡланыуын тәьмин итеп, экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн элеваторҙарҙың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ. Был йәһәттән эш бер нисә урында бара ла инде.
Мәҫәлән, “Учалы элеваторы” йәмғиәтендә ҡорамалдар яңыртыла, һөҙөмтәлә уның ҡеүәте илле мең тоннаға тиклем ашлыҡ һыйҙырышлы буласаҡ.
“Реса” компаниялар төркөмө рапс (етен) майы етештереү буйынса завод төҙөү эше бара. Өҫтәүенә утыҙҙан ашыу икмәк ҡабул итеү предприятиеһының, икмәк аҙыҡтары комбинаттарының, элеваторҙарҙың матди-техник базаһы торошо тикшерелде.
Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.
“Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты паспортына ярашлы, 2024 йылға экспорт күләменең индикатив күрһәткесе – 230 миллион доллар.
Читайте нас: