Оҙаҡламай Дыуан районында ирекмәндәр үҙәге асыласаҡ. Республикаға алты зона үҙәге асыу өсөн “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә 1,2 млн һум дәүләт ярҙамы бүленә. Һәр үҙәк крәкле оргтехника һәм мебель менән йыһазландырыласаҡ.
Дыуан районынан тыш яңы үҙәктәр Өфө, Нефтекама, Күмертау, Сибай ҡалаларында барлыҡҡа киләсәк.