Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2019, 08:13

Эскәнһең икән, рулгә ултырма!

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән сыҡҡан аварияла кешеләр йәрәхәтләнгән һәм үлгән осраҡта яуаплылыҡты көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән сыҡҡан аварияла кешеләр йәрәхәтләнгән һәм үлгән осраҡта яуаплылыҡты көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, хәҙер авария һөҙөмтәһендә кешенең һаулығына ауыр зыян килгән осраҡта, эскән водителде өстән ете йылғаса иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Әле бының өсөн иң күбе дүрт йыл бирәләр. Юл-транспорт фажиғәһендә кеше үлгән осраҡта, уны 5-тән 12 йылғаса ултыртып ҡуйыуҙары ихтимал (әле икенән ете йылға тиклем). Ике һәм унан да күберәк кеше ғүмере өҙөлһә, эсергә яратҡан водитель 8-ҙән 15 йылғаса иркенән мәхрүм ителәсәк (әле дүрттән туғыҙ йылғаса).
Тейешле үҙгәрештәр Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 2-се, 4-се һәм 6-сы өлөштәренә индерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһы был закон¬ды 30 майҙа ҡабул иткәйне, ә Федерация Советы уны 11 июндә хупланы.
Читайте нас: