Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2019, 07:20

"Сириус" моделе буйынса

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа Сочиҙағы “Сириус” моделе буйынса үҙәк булдырыласаҡ. Был эш өсөн 300 миллион һум ҡаралған.
Үҙәк һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе туплап, уларға үҫеш йәһәтенән ярҙам күрһәтеү маҡсатынан төҙөлә. Билдәле булыуынса, ул Өфөләге инженер лицейында асыласаҡ.
Республиканың Мәғариф министрлығы “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы үҫтереү маҡсатына йүнәлтелгән конурста ҡатнашып, 283,6 миллион һум грант отҡайны. Әле төҙөләсәк үҙәк ошо ниәтте тормошҡа ашырыуға нигеҙ буласаҡ.
Уның йүнәлештәре күп: социаль-гуманитар, физика-математика, тәбиғәт-графика, химия-биология, мәғлүмәт-технология, лингвистика, һынлы сәнғәт, грек-рим, билбау көрәштәре, төрлө спорт төрҙәре һ.б. Үҙәкте октябрь-ноябрь айҙарында асыу планлаштырыла.
Читайте нас: