Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә 450 һум күләмендә ипотека кредиттарын өлөшләтә компенсациялау тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы бала булған ғаиләләргә түләнәсәк. Компенсация түләүҙәре һалымдан азат ителәсәк.