Көндөҙгө сәғәт дүрттән төп майҙанда оҫталыҡ дәрестәре, төрлө уйындар, рәсем күргәҙмәләре ойошторола. Ҙур ғаилә байрамы сәхнәһендә балалар тәрбиәләүҙә айырым уңыштарға өлгәшкән ата-әсәләргә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдары тапшырыла. Шулай уҡ фестиваль ҡунаҡтары оҙаҡ йылдар матур ғаилә пары булып ғүмер итеүсе ғаиләләрҙең шатлығын уртаҡлаша ала. Уларға «Һөйөү һәм тоғролоҡ» миҙалы тапшырыласаҡ. Тағы ла ҡунаҡтар «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре менән танышасаҡ.