Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2019, 07:41

Марат – Мәсетле чемпионы!

Мәсетле районы һыбайлыһы Марат Сәләхов “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирынының финалына сыҡты.

Мәсетле районы һыбайлыһы Марат Сәләхов “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирынының финалына сыҡты.
Үткән шәмбе “Аҡбуҙат” ипподромында турнирҙың етенсе этабы уҙҙы. Унда Ауырғазы, Благовар, Бишбүләк, Мәсетле һәм Шаран райондары һыбайлылары ҡатнашты.
Турнирҙың беренсе сабышында район чемпиондары билдәләнде. Артабан беренсе һәм икенсе урын яулаусылар “Аҡбуҙат” ипподромы юртаҡтарында (йәрәбә буйынса сыҡҡан) сабышты. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә Бишбүләк районынан Рәмил Ғәтиәтуллин еңеп сыҡты.
Мәсетле районы кубогына аталы-уллы Марат һәм Айрат Сәләховтар ярышты. Һөҙөмтәлә Марат ғаилә алышында еңеп финалға сыҡты.
Милли аҙыҡ-түлек, боронғо кәсептәр күргәҙмә-йәрминкәһендә мәсетлеләр ҡорт балы, туҙҙан яһалған әйберҙәр тәҡдим итте. Шулай уҡ “Ҡарағай” шифаханаһының күргәҙмәһе урын алды.
Билдәле булыуынса, турнирҙа тик башҡорт тоҡомло аттар ярыша. Бөтә райондар ҙа ҡатнаша алһын өсөн байрам бер нисә этапҡа бүленгән, финал ярыш 11 октябрҙә - Республика көнөндә уҙасаҡ. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған күләмле бәйге төбәктәрҙә йылҡы малы аҫырау, тоҡомло аттар һанын ишәйтергә иғтибарҙы тағы ла арттырыр тип көтөлә.
Р. Иштуганова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: