Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2019, 08:42

"Замандаш”тар – Биләндә

"Замандаш-2019" театраль-фольклор экспедиция Балаҡатай районының Билән ауылында булды.

"Замандаш-2019" театраль-фольклор экспедиция Балаҡатай районының Билән ауылында булды.
Республикабыҙҙың ҡырыйында урынлашҡан Билән халҡы үҙҙәренең ауылын Урал үҙәге, тип атай, милли үҙенсәлекте, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡларға тырыша, һәм ошо йәһәттән, әлбиттә, тарихсыларҙың, фольклорсыларҙың иғтибары үҙәгендә ҡала бирә. Экспедицияла ҡатнашыусы йәш һәм тәжрибәле драматургтар, артистар бер аҙна дауамында иртәнән кискәсә халыҡ менән аралаша, кистәрен күргән-ишеткәндәре тураһында фекер алыша. Шуның араһында драматургтар кескәй текстар яҙа, артистар монологтарҙы сәхнәләштерә. Эш бик ҡыҙыу, әүҙем бара.
Белешмә өсөн: "Замандаш" театраль-фольклор экспедицияһын БР Драматургия һәм режиссура үҙәге директоры Әлиә Яхина, художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов ойоштора. Быйылғы экспедицияла йәш драматургтарҙы журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург Сәрүәр Сурина етәкләһә, артистар менән Өфө сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Рима Харисова эшләй. Экспедиция эшендә танылған драматург Әминә Яхина ла ҡатнаша.
Читайте нас: