Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль 2019, 07:32

Бала ла йәрәхәтләнгән

8 июлдә Мәсәғүт ауылында “Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы” автомобиль юлының 204-се километрында үлемесле авария теркәлде.

8 июлдә Мәсәғүт ауылында “Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы” автомобиль юлының 204-се километрында үлемесле авария теркәлде.
26 йәшлек егет «ВАЗ-2112» автомобиле менән идара иткәндә, ямғыр яуыу сәбәпле, юл сатына оса. Водитель алынған йәрәхәттәрҙән урында йән бирә. Юл- транспорт фажиғәһе буйынса тикшереүҙәр бара.
Бала ла йәрәхәтләнгән
6 июлдә Салауат районы Ишембай ауылы эргәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
“Daewoo Nexia”, “Toyota Aqua” һәм “ГАЗель” бәрелеү һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнде. Ҡаза күреүселәр араһында бер бала бар. Тҙ арала урынға килеп еткән БР-ҙың авария- ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәрҙе машиналарҙан сығарған, медицина хеҙмәткәрҙәре тиҙ ярҙам күрһәткән.
Читайте нас: