Биологтар Әй йылғаһы буйлап кәмәлә аҡҡан саҡта "Янғантау" геопаркы биләмәһендә боронғо йөнтәҫ мөгөҙморондың һөйәген тапҡан. Был турала биология фәндәре кандидаты Полина Полежанкина үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
Улар 28-нән 30 июнгә тиклем Лаҡлынан Йыланыш ауылына ҡәҙәр һыу буйлап аҡҡан. Төп табыш Лағыр янында осраған. Барлығы ун боронғо хайуан һөйәген табыуға өлгәшкәндәр.
Билдәле булыуынса, йөнтәҫ мөгөҙморон бынан 8-14 мең йыл элек юҡҡа сыҡҡан. Бының төп сәбәптәре тип климаттағы һәм флоралағы үҙгәрештәр һанала.