Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2019, 07:15

Яңы үҙәктең бурысы ниндәй?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикабыҙҙа Авариялы торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге булдырылды. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Үҙәк республика Хөкүмәтенең быйылғы 26 март ҡарары буйынса асылды. Ойоштороусы – Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө идаралығы. Үҙәктең етәксеһе итеп Рөстәм Иҙрисов тәғәйенләнде.
Яңы учреждение республикалағы авария хәлендәге торлаҡ фондын бөтөрөүгә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыуға тотондо. Ул муниципалитеттар менән бергә иҫке һәм авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙың реестрын булдырыу эшен башлаясаҡ.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ төҙөлөш-монтаж, биҙәү эштәренең сифатын да тикшерәсәк.
Читайте нас: