Эйлестан
+18 °С
Облачно
Общие статьи
13 Июля 2019, 02:25

Владимир Путин күп балалы ғаилә менән осрашты

#ВладимирПутин

Дәүләт башлығы Владимир Путин Екатеринбург ҡалаһында булған саҡта күп балалы Сыропятовтар ғаиләһе менән осрашты.
Владимир Владимирович май аҙағында ғына уларға “Ата-әсә даны” ордены тапшырғайны.
Президент улар менән сәй табыны артында аралашты. Яңы йорттарына күсенеүҙәре, яңы урында нисек урынлашыуҙары тураһында һорашты.
Лилиә һәм Максим Сыропятовтар ғаиләһендә туғыҙ бала үҫә.
Читайте нас