Башҡортостандағы бер нисә ҡала биләмәһендә һигеҙ сүплекте бөтөрөү өсөн “Экология” милли проекты буйынса федераль ярҙам бүленәсәк.
Милли проекттың “Таҙа ил” йүнәлеше буйынса 2024 йылға тиклем ҡала ситтәрендәге 24 сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Уларҙың һигеҙе әлеге исемлеккә индерелде. Был ҡыйлыҡтар Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дәүләкән, Баймаҡ, Сибай, Благовещен, Күмертау ҡалаларында. Уларҙы бөтөрөүгә әҙерлеккә республика бюджетынан финанслау бүленгән. Документ раҫланғандан һуң федераль аҡса йүнәлтеләсәк.Ҡалған 16 ҡыйлыҡ муниципалитеттар иҫәбенә бөтөрөлөргә тейеш.
“Экология” милли проекты ошондай бүлектәрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.
Рәсәйҙә милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 4 триллион 41 миллиард һум ҡаралған.