Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль 2019, 12:35

Яңғыраны яландарҙа салғы сыңы

Дыуан районы командаһы Свердлов өлкәһе Арти ҡасабаһында уҙған VIII Халыҡ-ара бесән сабыусылар турнирында булып ҡайтты. Словакия, Әрмәнстан, Тажикстан һәм башҡа өлкәләрҙән 80-дән ашыу ҡатнашыусы алдан әҙерләнгән юлдарҙа үлән сабыуҙа ярышты.

Дыуан районы командаһы Свердлов өлкәһе Арти ҡасабаһында уҙған VIII Халыҡ-ара бесән сабыусылар турнирында булып ҡайтты. Словакия, Әрмәнстан, Тажикстан һәм башҡа өлкәләрҙән 80-дән ашыу ҡатнашыусы алдан әҙерләнгән юлдарҙа үлән сабыуҙа ярышты. Район командаһына Таҙтүбәнән И. Басыров, Т. Щербинина, А. Скороходова, С. Серебренникова инде.
Шөхси номинацияла ир-егеттәр 2 метрға 100 метр, ҡатын-ҡыҙҙар 1,5 метрға 50 метр ер сабырға тейешле ине. Командалар ярышҡанда ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ икеһе лә 1,5 метрға 50 метр ерҙе сапты. Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Краса полей” конкурсында үҙ көсөн һынаны.
Таҙтүбәләр турнирҙа уңышлы сығыш яһаны. И. Басыров Халыҡ-ара кимәлдәге диплом, Т. Щербинина һәм С. Серебренникова рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Краса полей” конкурсында А. Скороходова еңеп сыҡты. Анастасия Евгеньевна тыуған яғы хаҡында әҙерләгән визиткаһын тәҡдим иткәндән һуң, тәҡдим ителгән майҙанды сапты. Шулай уҡ үҙе теккән рус халыҡ кейемен күрһәтте.
-Бәләкәй саҡта ата-әсәйемә бесән сабырға ярҙамлаштым. Хәҙер ҙә йорт янында сабырға тура килә, бының өсөн махсус бәләкәй салғы алғам. Үткән йылды Оло Ыҡтамаҡ командаһы менән ҡатнаштым, киләһе йылға ла ҡатнашырға планлаштырам,- ти еңеүсе А. Скороходова.
Сара барышында төрлө илдәрҙән бесән сабыусыфлар ярышты, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Фольклор төркөмдәренең сығышы, йәрминкәләр уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙә булыуы турнирға милли колорит бирә.
Быйыл турнирҙа Словакиянан ғаилә пары еңде, уларҙың салғылары бөтөнләй икенсе, ҡыҫҡараҡ. Ләкин дыуандар уның уңайһыҙ булыуы, үҙебеҙҙеке яҡшыраҡ булыуын билдәләне.
К. Усова.
Читайте нас: