“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикабыҙ ҡалаларында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Хәбәр ителеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды республиканың граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн финанс булышлыҡ итеүгә заявкаһын хуплаған.
Һөҙөмтәлә уларҙан беҙгә 282,42 миллион һум бүленәсәк. Өҫтәүенә республика ҡаҙнаһынан 63,4 миллион өҫтәлә. Дөйөм сумма ун муниниципаль берәмектәге авария хәлендә булған 206 йорттан 666 кешене күсереү өсөн йүнәлтеләсәк