Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 07:35

ВЛАДИМИР ПУТИНҒА ТӘҠДИМ ЯҺАЙҘАР

#ВладимирПутин

АҠШ Президенты Дональд Трамптың Рәсәй һәм Ҡытай менән ядро килешеүе төҙөргә теләге барлығын әллә ҡасан уҡ һөйләгәйнеләр инде. Трамп был идеяһын Рәсәй Президенты Владимир Путинға ла әйткән.
Ҡытай лидеры ла был хаҡта хәбәрҙар. Ҡыҫҡаһы, Штаттар ядро ҡоралланыуын контролләүгә бәйле өс яҡлы килешеү төҙөргә ниәтләй. Беҙҙең Президент был хаҡта нимә уйлай икән?
Бөгөн Женевала АҠШ һәм Рәсәйҙең сит ил эштәре буйынса министрлыҡтары вәкилдәре осрашырға тейеш. Шул сарала әлеге тема көн тәртибенә ҡуйылған. Беҙҙекеләргә ил башлығы нимә тип әйтеп ебәргәндер?
Владимир Путинға Франция Президенты Эмманюэль Макрондың да тәҡдиме бар. Ул берлектә киң күләмле эштәр планы (СВПД) тураһында һөйләшмәксе. Әңгәмәгә Иран, АҠШ лидерҙарын да саҡырырға уйлай. Әлеге лә баяғы ядро темаһына инде.
Әлегә Путиндың Макрон менән шәхсән осрашыуы ҡаралмай. Бәлки, телефондан аралашырҙар.
Читайте нас: