Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган Рәсәйҙән С-400 зенит ракета системаһын һатып алыуҙы иленең яңы тарихындағы үтә мөһим ваҡиға тип иҫәпләй.
Уның белдереүенсә, беҙҙең илдең ҡоралы республикала Көнбайыш менән хәрби килешеү иҫәбенән булдырыла алмай торған хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк.
Үткән аҙнала ПВО системаһының тәүге компоненттары Төркиәгә килә лә башланы.
С-400 алыш-биреше сәбәпле, Төркиәгә АҠШ дәғүә белдерҙе. Шуға йәне көйөп, Анкараның (республиканың баш ҡалаһы) НАТО-нан сығыу буйынса ҡарар ҡабул итеүе лә мөмкин.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур еңеүе, триумфы буласаҡ, тип хәбәр иткән Германияның политология профессоры Томас Егер.
С-400 комплексын һатыу буйынса килешеү 2017 йылда төҙөлгән. Американан ул килешеүҙе өҙөп, уларҙың "Patriot"ын тәҡдим иткәндәр ҙә, Эрдоган әфәнде ҡаты торған, Рәсәй менән эшләүе уңайлыраҡ булыуын белдергән.