Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июль 2019, 10:58

ВЛАДИМИР ПУТИН САНКЦИЯЛАРҘЫ ҒӘМӘЛДӘН СЫҒАРҘЫ

Владимир Путин Эритреяға ҡаршы санкцияларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Владимир Путин Эритреяға ҡаршы санкцияларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.


Был Африка иленә ҡаршы сикләү саралары 2009 йылдың 23 декабрендә ҡабул ителгән БМО-ның Именлек советы резолюцияһына ярашлы ғәмәлдә ине. Эритреяға ҡаршы санкциялар индереү тураһындағы указға 2010 йылда Дмитрий Медведев ҡул ҡуйғайны.


БМО резолюцияһына ярашлы, Африка иленә ҡорал һатыу тыйыла һәм ҡайһы бер шәхестәр һәм ойошмаларҙың иҫәптәрен “туңдырыу” күҙаллана. Был ҡарарҙың сәбәбе – Эритреяның Сомали боевиктарына ҡорал һатыуында. Бынан тыш, ил етәкселеге Джибути сиктәренән үҙ ғәскәрҙәрен алып китеүҙән дә баш тартты. Был ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә килтерҙе.


1998 – 2000 йылдарҙа Эритрея һәм Эфиопия араһындағы хәрби низағ та санкцияларҙы индереү ҡарарына йоғонто яһағайны. Унда 80 мең самаһы кеше ҡорбан булғайны.


Былтыр июлдә Эфиопияның премьер-министры Абий Әхмәт менән Эритрея президенты Исайяс Афверики Асмэрҙа тыныслыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, Рәсәй был илгә ҡаршы санкцияларҙы ғәмәлдән сығарыу процесын башларға саҡырҙы. Мәскәүҙә билдәләүҙәренсә, сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу төбәктә хәүефһеҙлекте арттырасаҡ.
Читайте нас: