Эйлестан
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июль 2019, 08:00

ВЛАДИМИР ПУТИНҒА РОСТЕХ БАШЛЫҒЫ ОТЧЕТ МЕНӘН КИЛДЕ

Рәсәй Президенты Владимир Путин РОСТЕХ дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезовты ҡабул итеп, уның йыллыҡ отчетын тыңланы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин РОСТЕХ дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезовты ҡабул итеп, уның йыллыҡ отчетын тыңланы.


Чемезов әфәнде һүҙҙәренсә, РОСТЕХ эшмәкәрлегенең береһе - һаулыҡ һаҡлау тармағы. Был юҫыҡта корпорацияла заман талаптарына яуап биргән вакциналар етештереү буйынса ҙур эш башҡарылған. Шул иҫәптә киҙеүгә ҡаршы дүрт валентлы (четырехвалентная) вакцина бар. Был Рәсәйҙә тәүге тапҡыр эшләнгән.

Сентябрҙә халыҡҡа ошо яңы вакцинаны тәҡдим итәсәктәр.


Продукцияны маркировкалауға ла ҙур иғтибар бирелә. 1 июлдән аяҡ кейемен мотлаҡ маркировкалау, фармацевтика изделиеларының ҡайһы бер төрҙәрен, ә 2020 йылдың башынан бөтә төр фармацевтика тауарҙарын маркировкалау ҡаралған.


Халыҡты ялған продукциянан һаҡлау өсөн был эш бик мөһим. Һыуҙы, һөттө маркировкалау ҙа күҙаллана. Эйе, уларын да алдап һаталар.


Сергей Чемезов Владимир Путинға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынсабашҡарылған эштәр хаҡында ла һөйләне. РОСТЕХта диагностикалау, дауалау ҡорамалдары ла етештерелә, Рәсәй төбәктәренә ебәрелә.


- Беҙгә хәҙер губернаторҙар дауаханалар төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ярҙамға әҙербеҙ, һеҙ күрһәтмә бирһәгеҙ, - тине Чемезов Президентҡа.
Читайте нас: