Хәҙер ауыр тормош хәлендә ҡалған, мәҫәлән, эшен юғалтҡан йәки айлыҡ килеме һиҙелерлек кәмегән заемсы банкка мөрәжәғәт итеп, бер ниндәй штрафһыҙ кредит түләүҙе туҡтатып торорға хоҡуҡлы. Хеҙмәт менән 15 миллион һумдан артмаған кредиттар буйынса ярты йыл файҙаланырға мөмкин. Ошо ваҡытта заемсы аҡса түләүҙәрен туҡтата йәки уларҙың күләмен кәметә ала. Был осорҙа аҡса түләмәү тураһында мәғлүмәт кредит тарихының мәғлүмәт бүлегенә индерелмәй.