Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2019, 08:00

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эш башланы

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эш башланы: республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәренә кәрәкле техниканың тәүге партияһын алды.

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эш башланы: республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәренә кәрәкле техниканың тәүге партияһын алды.
Ошоға бәйле үткәрелгән тантанала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡатнашты.
“Бөгөн беҙҙең дәүләт учреждениеларына – урман хужалыҡтарына – илле берәмек техника һәм ҡорамалдар тапшырыла. Улар ярҙамында урмандарҙы тергеҙеү, үҫтереү йәһәтенән комплекслы саралар үткәреләсәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Йыл аҙағына тиклем 100 миллион һум тирәһе суммаға тағы ла техника алынасаҡ. Һөҙөмтәле эш күрһәткән учреждениеларға техника беренселәрҙән булып бирелде”.
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу урман ресурстары менән идара итеү тармағында төп бурыстарҙың береһе булып тора. Маҡсат – урманды файҙаланыу һәм тергеҙеү араһында балансты тәьмин итеү.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: