Документҡа ярашлы, бынан ары Рәсәй кешеләре автомобилдең теркәү номерҙарын махсус ойошмаларҙан үҙаллы һайлап ала ала. Хаҡына килгәндә, ул 2000 һумдан да артырға тейеш түгел. Мотоцикл, трактор, прицеп кеүектәрҙеке 1500 һумға тиклем буласаҡ. Транспортты теркәү кенәгәһенең ҡағыҙ варианты 500 һумға төшһә, пластигы 1500 һум булыр тип күҙаллана.