Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Август 2019, 07:34

Спорт төрө буйынса тренер, уҡытыусылар әҙерләнә башлай

#ВладимирПутин

“Спорт төрө буйынса тренер. Уҡытыусы” һөнәре буйынса бакалаврҙар әҙерләү дәүләт белем биреү федераль проекты эшкәртелеп, артабан раҫлар өсөн Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығына тапшырылған.
Физик культураны һәм спортты үҫтереү советы ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 августҡа тиклем юғары белем биреү йүнәлештәр исемлегенә «Спорт» йүнәлеше буйынса «Спорт төрө буйынса тренер. Уҡытыусы» һөнәрен дә индерергә ҡушты. Ил етәксеһе белдереүенсә, уның буйынса тейешле юғары белем алыу өсөн федераль дәүләт белем биреү стандарты ла әҙерләнәсәк.
Читайте нас: